+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 10:15

Ҡарҙар ирей, һыу таша

Яҙ быйыл ныҡ һуңланы. Көндәр йылытып ебәргәс, бөтә ерҙә гөрләүектәр дәррәү ағып китте. Йылға буйҙарындағы ауылдарҙы, ҡалалар урамдарын һыу баҫмаҫмы?

Яҙ быйыл ныҡ һуңланы. Көндәр йылытып ебәргәс, бөтә ерҙә гөрләүектәр дәррәү ағып китте. Йылға буйҙарындағы ауылдарҙы, ҡалалар урамдарын һыу баҫмаҫмы?
25 мартта республика Хәкүмәте рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендәге кәңшәлмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Йылғаларҙа боҙ китеүе, йылдағыса, 8 – 13 апрелдә көтөлә. Ағиҙел бассейынында ташҡын кимәле башҡа йылдарҙан юғары булмаясаҡ. Шуға ҡарамай, ҡотҡарыу хеҙмәте, 250 ауылға ташҡын һыуы янауы ихтимал, тигән күҙлектән сығып, ентекле әҙерлек алып бара. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта, уның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн йәмғеһе 20 мең кеше, 5 мең берәмек техника йәлеп ителәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: