+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 12:17

Юл сифаты – һәр саҡ күҙәтеүҙә

2020 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса 282 объектта эш башҡарылған. 350 саҡрым юл төҙөкләндерелгән, 12,3 саҡрым юлға капиталь ремонт үткәрелгән. Эш барышын, үтәлеү ваҡытын һәм сифатын йәмәғәтселәр һәр саҡ күҙәтеүҙә тота. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2020 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса 282 объектта эш башҡарылған. 350 саҡрым юл төҙөкләндерелгән, 12,3 саҡрым юлға капиталь ремонт үткәрелгән.
Эш барышын, үтәлеү ваҡытын һәм сифатын йәмәғәтселәр һәр саҡ күҙәтеүҙә тота.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Транспорт хәрәкәте министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы ағзалары 2020 йылда Благовещен – Павловка юлын, 2019 йылда Өфөлә Сипайлово, Королев, Ҡулса, Пинский урамдарын, Стәрлетамаҡ биләмәһендәге объекттарҙы тикшергән.
“Башҡортостанда милли проектта граждандар ҡатнашыуы һәм йәмәғәт контроле үткәреү буйынса етерлек тәжрибә тупланған. Беҙ даими рәүештә ҡала магистралдәрендә, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа тикшереү үткәрәбеҙ”, – ти БР Транспорт министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы рәйесе Рөстәм Баязитов.
Быйыл Йәмәғәт советы вәкилдәре юл эштәре барышын тикшереүҙе дауам итергә ниәтләй.
Фото – Башҡортостан Республикаһы Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: