-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 12:09

Ҡышҡы сейә. Өс йыл үтте...

Бөгөн Кузбастағы ҡот осҡос фажиғәғә- 3 йыл. Мәғлүм булыуынса, Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа- күңел асыу үҙәгендә янғын сығып 60 кеше, шул иҫәптән 37 баланың ғүмере өҙөлгәйне.

Бөгөн Кузбастағы ҡот осҡос фажиғәғә- 3 йыл. Мәғлүм булыуынса, Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа- күңел асыу үҙәгендә янғын сығып 60 кеше, шул иҫәптән 37 баланың ғүмере өҙөлгәйне.
Балаларҙың яҙғы каникулдарында киноға барыу күптәр өсөн ошондай фажиғәғә әйләнде. Янғын сыҡҡас, кино залының ишеге ябыҡ булыуы сәбәпле күптәр унан сыға алманы. Кемдер яҡындарын, кемдер балаһын, әсәһен, апаһын юғалтты был көндө.
Хатта балалары менән янып үлгән ғаиләләр, бер кластан тиҫтәләгән уҡыусыларҙың вафат булыуы ла күңелде әрнетте.
Был фажиғәлә кем ғәйепле? Әлеге ваҡытта, янғын булған көндән алып өс йыл дауамында Рәсәйҙең тифтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре бик күп эш башҡарған.
Унлаған енәйәт эше һаманғаса судтарҙа ҡарала. Бөтә ғәйепләнеүселәр ҙә язаһын алмаған әле.
Иң ауыры- балаларын юғалтҡан ата-әсәләргә. Уларҙың тормошо икегә бүленде: фажиғәғә тиклем һәм унан һуң.
Социаль селтәрҙә яҙылған яҙмаларҙан күренеүенсә, күптәргә психолог ярҙамы кәрәк булған, ҡайһы берәүҙәр фатирҙарын, йәшәү урынын алыштырған. Ошо ваҡиғаға бәйле, ғаиләләре тарҡалғандар ҙа юҡ түгел.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: