#БеҙБергә Дөйөм Рәсәй акцияһы волонтерҙары ғүмере бик иртә өҙөлгән ирекмән – Шишмә ҡасабаһынан 36 йәшлек Радик Әсфәндиәров иҫтәлегенә бөтә ил буйлап флешмоб иғлан итте.
“Унда ҡатнашыу өсөн үҙеңдең аккаунтыңда Радиктың ғаиләһенә йылы һүҙҙәр, ҡаһарман волонтерҙарға, табиптарға, пандемия ваҡытында бер-береһенә ярҙам иткән ябай кешеләргә рәхмәт яҙып, #ГероиНашегоВремени и #МирныйПодвиг хештегтары аҫтында урынлаштырырға кәрәк”, – ти акция вәкилдәре.
Шишмә РЭС-ында диспетчер булып эшләүсе Радик Әсфәндиәров, пандемия башланғас, тәүгеләрҙән булып ирекмәндәр сафына баҫа. Изге күңелле егет эштән һуң өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға ярҙамға ашыға. Уларға аҙыҡ-түлек килтереү менән генә сикләнмәй, башҡа эштәрендә лә булышлыҡ итә. Ауыр осорҙа башҡаларға ярҙам күрһәтеүҙе үҙенең бурысы тип һанай ул.
Быйыл февраль айында Радик ковид вирусын йоҡтора һәм ай дауамында сиргә ҡаршы көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 17 мартта Зубоволоғы йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Радиктың ҡатыны, 6 һәм 15 йәшлек ике балаһы ҡала.
Радик Әсфәндиәровтың республикала ковидтан донъя ҡуйған тәүге волонтер икәнен билдәләп китәбеҙ. Уның ғаиләһенә ярҙам күрһәтеләсәк. Республика Хөкүмәте уның вафат булғандан һуң наградаға тәҡдим ителеүе хаҡында белдерҙе.
Фото социаль селтәрҙән алынды.