+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 15:13

Республикала 7 мәктәп һәм 23 балалар баҡсаһы төҙөлгән

Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары ултырышында, 2020 йылғы эш йомғаҡтары менән сығыш яһаны. Уҙған йылдың етди проблемалары бөтә тармаҡтарға ла ҡағылды. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау, социаль һәм ирекмәндәр хеҙмәттәре өсөн көсөргәнешле булды тип билдәләне етәксе.

Мәғариф өлкәһенә килгәндә, республика дистацион белем биреүҙе ойоштороу, мәктәптәрҙе һанлы ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса төбәк- лидерҙар иҫәбенә инде.
Йылдың ауыр дауам итеүенә ҡарамаҫтан, 7 мәктәп һәм 23 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Рәсәй Президентының, балаларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү буйынса йөкләмәһе үтәлгән.
Мәктәп туҡланыуының сифатын күҙәтеүҙә тотоу, ашханаларҙы яңыртыу кеүек эштәр алып барыла.
Башҡортостан Башлығы, мәктәптәрҙәге туҡланыу сифаты иң яҡшыһы буласаҡ тигән ышаныс белдерҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: