+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 18:55

“Мөһим бурыс – вакцинация”

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 32-се ултырышындағы сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡты коронавирустан вакцинациялауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан парламентының бөгөнгө ултырышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттең 2020 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында сығыш яһаны. Мөһим йомғаҡтарҙы билдәләгәндә, ул пандемия осоронда төп көсөргәнеш һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, социаль хеҙмәттәргә, волонтерҙарға төшөүен әйтеп китте. Төбәк башлығы уларға фиҙакәр эштәре өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерҙе. Радий Фәрит улы тиҙ арала һаулыҡ һаҡлау системаһын үҙгәртеп ҡороуға өлгәшеү, рекордлы ваҡыт эсендә Өфөлә, Стәрлетамаҡта йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре төҙөлөү тураһында иҫкә төшөрөп үтте. Хәҙер был уникаль тәжрибәне башҡа төбәктәр файҙалана.
– Әле Хөкүмәттең төп бурысы – халыҡҡа вакцинация үткәреү. Барығыҙҙың да был эшкә ҡушылыуын, бөтә райондар һәм ҡалаларҙа ла уға яуаплы ҡарауҙарын һорайым. Күп илдәрҙә коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуын беләһегеҙ. Һәм, асылда, вакцинация – пандемияны туҡтатыуҙың берҙән-бер юлы, – тине Радий Хәбиров.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: