+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 10:11

Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы ХIХ быуаттың башҡорт суфый шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың) тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы ХIХ быуаттың башҡорт суфый шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың) тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Ойоштороу комитетының етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың 8 ғинуарында Тәтешле районында юбилей саралары башланды. Үрге Тәтешле ауылының яңы биҫтәһендәге урамдарҙың береһенә мәғрифәтсенең исеме бирелде. Ошо урамда уға мемориаль таҡтаташ асылды.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: