-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 16:03

Волонтерҙар бүләкләнде

Өфөлә #БеҙБергә Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә мохтаж өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары әҙерләүсе һәм илтеүсе волонтерҙарҙы бүләкләнеләр.

Өфөлә #БеҙБергә Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә мохтаж өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары әҙерләүсе һәм илтеүсе волонтерҙарҙы бүләкләнеләр. Коронавирус инфекцияһы тарала башлаған 2020 йылдың яҙында Башҡортостандың 40 меңдән ашыу аҙ килемле пенсионеры шундай ярҙам алды.
Сарала “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының бизнес платформаһы” попечителлек советы етәксеһе Владимир Сенин ҡатнашты.
"Йыл, ысынлап та, бик ауыр булды. #БеҙБергә акцияһы – бер-береһенә ярҙам итеү өсөн бергә тупланған кешеләрҙең иң матур сифаттары сағылышы. Ул бөтә күңелдән тормошҡа ашырылған акция булды”, – тип билдәләп үтте Владимир Сенин.
Пенсия йәшендәгеләргә ярҙам проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтеүселәргә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецовтың Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар – Өфө хосписы директоры Радмила Сурнаева, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы бүлеге етәксеһе Оксана Шапранова, волонтер-медиктар Дарья Сизоненко, Регина Рәхимова, Элина Рамазанова һәм Эльвина Шәйәхмәтова, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин һәм координаторы Максим Вдовин.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше Шамил Вәлиев коронавирус пандемияһы осоронда кешеләрҙе социаль яҡлауға йүнәлтелгән проекттар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: