0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 12:34

Тағы балалар зыян күргән

Республикала уҡыусылар ҡатнашлығында етди авария теркәлде. Балалар ултыртҡан еңел автомашина йөк транспортына юл бирмәй, ҡаршы килгән еңел транспорт менән бәрелешкән. Биш бала тән йәрәхәттәре алған, шуларҙың икәүһе ауыр хәлдә.

Республикала уҡыусылар ҡатнашлығында етди авария теркәлде. Балалар ултыртҡан еңел автомашина йөк транспортына юл бирмәй, ҡаршы килгән транспорт менән бәрелешкән. Биш бала тән йәрәхәттәре алған, шуларҙың икәүһе ауыр хәлдә.
Авария Йылайыр трассаһында, Япарһаҙ ауылынан Матрайға илткән юлда теркәлгән.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, балалар ултыртҡан ВАЗ-2110 автомашинаһы йөк транспортына юл бирмәгән. Шул сәбәпле ул ҡаршы килгән сит ил маркалы машина менән бәрелешә. Автомобиль салонында водителдән тыш, 5-8 класс уҡыусылары мәктәпкә юлланған булған.
Республика ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, йәрәхәт алған өс бала- Йылайыр районы, ауыр хәлдәге ике баланы ашығыс рәүештә Сибай дауаханаһына оҙатҡандар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: