Республикала коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтары көндән-көн аҙыраҡ асыҡлана. Мәҫәлән, бер аҙна элек ковид диагнозы көн һайын уртаса 120 кешегә ҡуйылһа, аҙаҡҡы тәүлектә (24 мартҡа) сирҙе 111 яҡташыбыҙҙың эләктереүе билдәле булды. Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны әле – 31 598.
Бөгөнгө көндә дәһшәтле вирусҡа ҡаршы 5 061 ауырыу көрәшә. Шуларҙың 4 757-һе өйөндә дауалана, 304-е стационарҙа ята, 33-ө ауыр хәлдә.
Яуыз сир үткән тәүлектә тағы өс ғүмерҙе өҙгән. Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары хәҙер 340-ҡа етте.
Кисәле-бөгөнлө, инфекциянан ҡотолоп, 124 кеше дауахананан сыҡҡан. Ковидтан һауығыусылар йәмғеһе 26 197 иҫәпләнә.
Һуңғы 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуы 137 кешелә раҫланһа, унан сәләмәтләнеүселәр – 136.