+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 15:31

Октябрьский күркәмләнә

75 йыллыҡ юбилейын Октябрьский ҡалаһы яңырып, күркәмләнеп ҡаршыламаҡсы. Бында 2021 йылда өс йәмәғәт урынын төҙөкләндереү ҡаралған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

75 йыллыҡ юбилейын Октябрьский ҡалаһы яңырып, күркәмләнеп ҡаршыламаҡсы. Бында 2021 йылда өс йәмәғәт урынын төҙөкләндереү ҡаралған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Программа сиктәрендә Шашин менән Закиров урамдары, 29-сы микрорайон менән “Лукойл” яғыулыҡ станцияһы араһындағы парктар, 8-се мәктәп эргәһендәге урын төҙөкләндерелә. Был эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Тәүҙә парк проекттары буйынса ҡала халҡы үҙ фекерен еткерҙе, граждандарҙан тәҡдимдәр йыйылды, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: