Баш ҡала мэры Сергей Греков белдереүенсә, тиҙҙән Мәскәү метроһында Башҡортостан һәм Өфө символикаһы төшөрөлгән поезд йөрөй башлай.
Уҙған ял көндәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Мәскәү мэры урынбаҫары Максим Ликсутов ошо хаҡта фекер алышҡан.
«Брендты ошо рәүешле күрһәтеү мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары араһында Өфөнө һәм Башҡортостанды танытыуға тос өлөш индерергә тейеш. Ә Мәскәүгә килгән өфөләр өйҙәрен йышыраҡ иҫенә төшөрөр», — тип билдәләй Сергей Греков.