+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 17:05

Һәләк булыусыларҙың береһе – яҡташыбыҙ

Кисә Калуга өлкәһендәге хәрби аэродромда алыҫҡа осоусы Ту-22М3 бомбардировщигының катапультаһы штаттан тыш эшләп китеү һөҙөмтәһендә өс летчиктың ғүмере өҙөлдө.

Кисә Калуга өлкәһендәге хәрби аэродромда алыҫҡа осоусы Ту-22М3 бомбардировщигының катапультаһы штаттан тыш эшләп китеү һөҙөмтәһендә өс летчиктың ғүмере өҙөлдө.
Һәләк булған летчиктарҙың береһе, үкенескә ҡаршы, – яҡташыбыҙ, Учалынан Денис Солтанов булыуы асыҡланған. Ул майор званиеһында полк штурманы булып хеҙмәт иткән. Фажиғә самолеты осоуға әҙерләү ваҡытында ерҙә була.
Денис Солтанов Сүриә Республикаһында хәрби операцияларҙа, Мәскәүҙәге Еңеү парадында һауала самолеттар осошонда ҡатнашҡан, “Хәрби ҡаһарманлығы өсөн” I һәм II дәрәжә һәм “Өлгөлө хәрби хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән наградланған.
Ул Учалы ҡалаһындағы 1-се башҡорт лицейында уҡыған. Мәрхүмдең ике бәләкәй балаһы ҡалған.
Герой ғаиләһенең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: