-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 11:26

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

“Арт-резиденция” икенсе мобиль күргәҙмә-йәрминкәһе ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар яратҡан урында – “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә асылды. Бында Өфөнән, Әбйәлил, Стәрлебаш райондарынан 12 оҫтаның эштәре ҡуйылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Арт-резиденция” икенсе мобиль күргәҙмә-йәрминкәһе ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар яратҡан урында – “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә асылды. Бында Өфөнән, Әбйәлил, Стәрлебаш райондарынан 12 оҫтаның эштәре ҡуйылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Күргәҙмә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы ярҙамында ойошторолған. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
– Оҫталар күргәҙмәләрен үткәреү халыҡтың этник мәҙәниәтен, үҙенсәлеген һаҡлау буйынса матур традицияларыбыҙҙы тергеҙеүгә һәм шуның менән Башҡортостан Республикаһында йәшәгән бөтә халыҡтарҙың кәсептәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Күргәҙмә-йәрминкәлә ҡуйылған һәр әйбер үҙенсәлекле, уларҙың Башҡортостанға бәйле тарихы, легендаһы бар, – ти Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының Халыҡ художество кәсептәре үҙәге етәксеһе Татьяна Сайгина.
“Арт-резиденция” мобиль күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашырға теләүселәр [email protected] электрон почтаһына ғариза тапшыра ала. Мәғлүмәт өсөн телефон: +7 917 745 17 83. Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының Халыҡ художество кәсептәре үҙәге телефоны: 8(347)224-99-99, өҫтәлмә 301.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в