+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 11:36

“Ике әсә лә, сабыйҙар ҙа һау-сәләмәт”

Республика клиник перинаталь үҙәгендә табиптар бик ҡатмарлы диагноз ҡуйылған ике ҡатынға өр-яңы алымдар ярҙамында уңышлы операция яһаған.

Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәгендә табиптар бик ҡатмарлы диагноз ҡуйылған ике ҡатынға өр-яңы алымдар ярҙамында уңышлы операция яһаған. Әсә булырға торған ҡатындарҙың бала ятҡыһы аналыҡҡа йәбешеп үҫкән була. “Был – һирәк осрай торған етди диагноз, өҙлөгөүҙәргә, ҡан ағыуға килтереүе ихтимал, әсәнең дә, сабыйҙың да ғүмеренә, һаулығына ҡурҡыныс тыуҙыра”, – тип билдәләйҙәр перинаталь үҙәктә.
Элек бындай патологияға операция яһағанда йыш ҡына ҡан китеп, уны туҡтатыу өсөн акушер-гинекологтар аналыҡты алырға мәжбүр булған. Ул операциянан һуң артабан аяҡҡа баҫыу өсөн ҡатын-ҡыҙға оҙаҡ дауаланырға тура килгән, ҡабаттан ауырға ҡалып, бала табыу бәхетенән мәхрүм ҡалған.
Бөгөн юғары технологиялы медицина ярҙамы ҡулланыу иһә ҙур мөмкинлектәр бирә. “Операцияларҙың икеһе лә уңышлы үтте, ике ҡатындың да аналығын һаҡлап ҡалдыҡ. Уларҙың аяҡҡа баҫыу осоро ҡәҙимге ваҡытта үтте. Әсәләр бәпестәре менән өйҙәренә ҡайтты”, – ти табиптар.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: