+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 10:25

Иң яҡшы уҡытыусылар тәбрикләнде

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарын тантаналы ябыу сараһы үтте.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарын тантаналы ябыу сараһы үтте.
Был конкурстар нигеҙендә шулай уҡ “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” башланғыс кластар араһында йыл уҡытыусыһы, иң йәш педагогтар ҙа билдәләнде. Конкурста еңгән педагогтарҙың барыһы ла республиканың иң яҡшы уҡытыусылар фондын тулыландырҙы.
Быйыл 5 конкурстың жюри сафына 100 кеше инде. Тап улар иң яҡшы педагогтарҙы билдәләне.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе һәм “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимнапзия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева лайыҡ булды. Еңеүсе республика фән һәм мәғариф министрлығының дипломы, почет грамотаһы, 30 мең һумлыҡ аҡсалата премия һәм телевизор менән бүләкләнде.
Конкурстың лауреаттары исемлегендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Иглин районы педагогтары бар. Улар 15 мең һумлыҡ премия һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
“Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” еңеүсеһе исеменә Өфө районы Михайловка ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Харисова лайыҡ булды. Уҡытыусыға шулай уҡ аҡсалата премия, телевизор тапшырылды.
Лауреаттар исемлегендә Өфө, Октябрский, Салауат районының Татар Малаяҙы, Баҡалы районы мәктәбе уҡытыусылары бар.
“Иң йәш йыл уҡытыусыһы” конкурсының еңеүсеһе итеп Өфөнөң 3-сө гимназияһының физика уҡытыусыһы Петр Белобородов билдәләнде. Шулай уҡ исемлектә төрлө мәктәптәрҙән лауреаттар ҙа бар.
Башланғыс кластар уҡытыусылары араһында ла йыл педагогы билдәләнде. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” исеменә Благовещен тҡалаһының 3-сө мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зинера Ибатуллина лайыҡ булды. Лауреаттар исемлегендә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, Учалы, Стәрлетамаҡ, Октябрский ҡалалары бар.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе итеп Өфө районы Дорогино ауылының Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемен йөрөткән мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тансулпан Сафетдинова лайыҡ булды.
Лауреаттар арһында Сәтрлетамаҡ, Өфө, Дүртөйлө ҡалалары бар.
Почетлы урындарҙан тыш конкурста ҡатнашҡан уҡытыусылар төрлө номинацияларҙа, шулай уҡ махсус приздар, Сухомлинский миҙалы менән билдәләнде. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, рустар соборы һәм башҡа ведомстволар ҙа үҙҙәренең махсус призын булдырҙы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: