+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 09:30

Атаһы бер ай эҙләгән, ә улының кәүҙәһе ҡоҙоҡта ятҡан

Көйөргәҙе районында йәшәгән 40 йәшлек ир юғала. Уны атаһы бер ай буйы эҙләй.

Көйөргәҙе районында йәшәгән 40 йәшлек ир юғала. Уны атаһы бер ай буйы эҙләй.
Улының кәүҙәһе 19 мартта Ғафури районы Аҡкүл ауылында ҡоҙоҡ төбөндә табыла. Ул тураҡланған була. Енәйәттә ғәйепләнеп, ошо ауылда йәшәгән 39 йәшлек ҡатын ҡулға алынған.
Асыҡланыуынса, ир был ҡатынға йыш килеп йөрөгән. Ул көндө улар кәйеф-сафа ҡорған. Һүҙ сығып, көнләшеү нигеҙендә араларында ғауға ҡуба. Низағ ваҡытында ҡатын уҡлау менән һөйәренең башына һуға. Ир шул ерҙә йән бирә. Мәйет ике көн өйҙә ята, әхирәтенең кәңәше буйынса, ҡатын, кәүҙәне балта менән турап, төнөн ташландыҡ ҡоҙоҡҡа ташлай.
Ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше дауам итә.
Читайте нас: