+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 19:01

Табиптарға рәхмәтте йырҙарҙа әйтәсәктәр

27 мартта Өфөлә Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда үтәһе ҙур концерт аҡ халатлыларға сикһеҙ рәхмәттең бер сағылышы буласаҡ.

Үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, коронавирусҡа ҡаршы фиҙакәр көрәшеүсе табиптарға барса халыҡ мең-мең рәхмәттәр яуҙыра. 27 мартта Өфөлә Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда үтәһе ҙур концерт та аҡ халатлыларға әйтеп бөткөһөҙ рәхмәттең бер сағылышы буласаҡ.
“Табиптарға рәхмәт!” тамашаһы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” проекты сиктәрендә ойошторола. Унда Башҡортостандың популяр артистары һәм билдәле кешеләре ҡатнашасаҡ.
Асыҡ һауа аҫтындағы ҙур сараның хедлайнеры, беҙҙеңсә әйтһәк, йөҙөк ҡашы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, йырсы һәм композитор Денис Майданов буласаҡ.
Концерт 13 сәғәттә башлана.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: