-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 11:44

Төбәк компетенциялар үҙәге сертификат алды

Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге Федераль компетенциялар үҙәгендә сертификатлау үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге Федераль компетенциялар үҙәгендә сертификатлау үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Был хаҡта БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсатында Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге федераль эксперттар тарафынан сертификатланды. БР Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттарының етештереү барышында һөҙөмтәлелекте арттырыу буйынса эш һөҙөмтәһе һәм сифаты баһаланды”, – ти Айрат Фәхретдинов.
Әле “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына Башҡортостан Республикаһының 106 предприятиеһы ингән. Сара сиктәрендә федераль эксперттар “Контрольный пакет”, “Добрый картон” ойошмаларында булды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в