+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 11:29

Социаль селтәрҙә танышҡан

Социаль селтәрҙә танышыуҙың хәүефле яҡтары ла билдәле. Әммә был гүзәл заттарҙы туҡтатмай. Өфө ҡыҙы Эльвира өсөн, төрөк егете менән танышып, уға ҡунаҡҡа барыу күңелһеҙ тамамлана.

Социаль селтәрҙә танышыуҙың хәүефле яҡтары ла билдәле. Әммә был гүзәл заттарҙы туҡтатмай. Өфө ҡыҙы Эльвира өсөн, төрөк егете менән танышып, уға ҡунаҡҡа барыу күңелһеҙ тамамлана.
47 йәшлек Эльвира социаль селтәрҙә Истамбулдан 40 йәшлек төрөк менән таныша. Билдәле, ир кеше гүзәл ханымды шунда уҡ ҡунаҡҡа саҡыра. Эльвира, Төркиәгә осоп килеп еткәс, улар бергә ҡунаҡханаға урынлаша.
Ләкин пар араһында низағ сыға. Кис көнө ир спиртлы эсемлектәр ҡуллана һәм ҡунаҡ ҡатынын туҡмай башлай. Шул уҡ ваҡытта ул ҡатынға үлтереү менән янай. Иртәгәһе көн дә шул уҡ хәл ҡабатлана.
Төрөк егете кибеткә сыҡҡан арала, ниндәйҙер мөғжизә менән Эльвира был тотҡондан ҡотола һәм ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Улары полиция саҡырта. Туҡмалыуҙан зыян күреүсене дауаханаға оҙаталар. Ғәйепләнеүсене тоталар, ә ҡатын, бөгөнгө көндә дауаханан сығып, имен-һау Өфөгә ҡайтҡан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: