+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 10:04

Ришүәт алыуҙа ғәйепләнгән губернаторға ҡарата тикшереү башланған

Күптән түгел ҡулға алынған Пенза өлкәһе губернаторында яҡынса 500 миллион һум аҡса, әллә күпме ҡыйбатлы, шәхси әйберҙәр, бүләктәр табылған тип хәбәр итә үҙәк мәғлүмәт сығанаҡтары.

Күптән түгел ҡулға алынған Пенза өлкәһе губернаторында яҡынса 500 миллион һум аҡса, әллә күпме ҡыйбатлы, шәхси әйберҙәр, бүләктәр табылған тип хәбәр итә үҙәк мәғлүмәт сығанаҡтары.
Билдәле булыуынса, өлкә етәксеһе Иван Белозерцев 31 миллион һум ришүәт менән тотолғайны.
Уның менән бергә Белозерцевтың ике улы- Алксандр менән Данила, “Биоэтек” эре фармацевт компанияһы башлығы Борис Шпигел, барыһы 6 кеше һаҡ аҫтына алынған.
Етәксенең уландарының икеһе лә өлкәлә юғары вазифа биләгән булған.
Шул уҡ ваҡытта Пенза өлкәһе халыҡтың уртаса килеме буйынса илдә 72 урында тора. Төбәктә уртаса эш хаҡы 15-20 меңдән артмаған.
Губернаторҙы тикшереү тамамланғансы ике айға һаҡ аҫтына алғандар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: