0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 21:24

Ниндәй һөнәр эйәләренә ковидтан прививка мотлаҡ?

Бөгөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы брифингта ковидтан вакцина эшләтеү мотлаҡ тип иҫәпләнгән һөнәр эйәләрен атап үттеләр.

Бөгөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы брифингта ковидтан вакцина эшләтеү мотлаҡ тип иҫәпләнгән һөнәр эйәләрен атап үттеләр. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов әйтеүенсә, “Прививкаларҙың милли календарын раҫлау хаҡында”ғы бойороҡҡа үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, COVID-19-ҙан вакцинаны медицина, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары һәм күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәренә мотлаҡ яһатырға кәрәк.
Бөгөнгө көнгә республикала Гам-КОВИД-Вак вакцинаһының тәүге компонентын 118 361 кеше эшләтһә, икенсе компонентын индереүселәр – 76 меңдән ашыу.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: