+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 16:33

Мәктәптәр ҡайҙа төҙөлә?

Башҡортостанда 2021 – 2023 йылдарҙа 6965 урынға иҫәпләнгән һигеҙ мәктәп төҙөлә. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә дөйөм финанслау күләме 3,2 миллиард һум тәшкил итһә, 645,6 миллион һум аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда 2021 – 2023 йылдарҙа 6965 урынға иҫәпләнгән һигеҙ мәктәп төҙөлә. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә дөйөм финанслау күләме 3,2 миллиард һум тәшкил итһә, 645,6 миллион һум аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте”ндә яңы белем биреү усаҡтары төҙөлөшө хаҡында һөйләштеләр.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Новиков, мәктәптәр төҙөү буйынса төп эштәрҙе 2021 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла, тип белдерҙе.
Бишбүләк районы үҙәгендә 320 урынлыҡ мәктәптә эштәр 60 процентҡа үтәлгән. Бында йылылыҡ үткәрелгән, биҙәү эштәре графикҡа ярашлы бара. Объектты 2021 йылдың өсөнсө кварталында тапшырырға йыйыналар.
Дыуан районының Таҙтүбә ауылында белем усағы 120 урынға иҫәпләнгән. Әле ул 20 процентҡа әҙер. Мәктәпте 2021 йыл аҙағына тиклем тапшырырға планлаштыралар.
2021 йылдың өсөнсө кварталында Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп тә эшләй башлар, тип көтөлә. Уның беренсе ҡаты төҙөлгән, газ, һыу үткәрелгән, ҡаҙанлыҡ ҡуйылған.
“Миловка паркы”ндағы 1225 урынлыҡ мәктәптә лә төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара. Әле биҙәү, инженер коммуникацияларын үткәреү эштәре бара.
Өфө Районы Булгаково ауылында 825 урынлыҡ мәктәп “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә һалына. Уның ҡыйығы ябыла, биҙәү эштәре башҡарыла.
Нефтекамала 1225 урынлыҡ белем усағы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Ул да 70 процентҡа әҙер.
Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге мәктәпкә йылы үткәрелгән, биҙәү эштәре атҡарыла.
2022 йылда Учалыла ла 1225 урынлыҡ мәктәп һалынып бөтә. Ул “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: