+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 11:15

Кәңәшмә залынан – отставкаға

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Илдар Шафиҡовтың яҙмышы шулай ҡапыл боролош яһаны.

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Илдар Шафиҡовтың яҙмышы шулай ҡапыл боролош яһаны.
Республика киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, республика Хөкүмәте президиумында премьер-министр Андрей Назаров атап үтелгән ведомство етәксеһенә кәңәшмә тамамланғас та эштән китеү тураһында ғариза яҙырға ҡушҡан.
Шафиковты шулай көтмәгәндә ҡапыл отставкаға оҙатыуҙың сәбәбе ул етәкләгән комитеттың йылы өсөн түләүҙәрҙе тейешенсә көйләй алмауы һәм проблемаға формаль ҡарауы менән бәйле, тип фаразлай «РБК-Уфа» агентлығы.
Илдар Шафиҡов Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына 2015 йылда тәғәйенләнә. Уға тиклем Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары вазифаһын биләй.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: