+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 15:17

Әҙәби марафон - Архангел районында

Архангел район китапханаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселегендә “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендә ижади осрашыуҙар үтә. Ул милли нәфис әҙәбиәт, һүҙ ҡеүәһен арттырыу, ижад кешеләренең эшмәкәрлеген популярлаштырыу маҡстында ойошторолдо.

Был уңайҙан район сараһында Өфөнән барған бер төркөм яҙыусылар, шағирҙар ҡатнашта. Улар араһында Хисмәтулла Юлдашев, Миләүшә Ҡаһарманова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Фәнзил Санъяров, Рәмил Сурағол бар. Осрашыуҙа милли әҙәбәиттең үҫешенә яңыса ҡараш хаҡында һүҙ барҙы. Яҙыусылар үҙҙәренең ижади күстәнәстәре менән таныштырҙы.
Шағир Хисмәтулла Юлдашев әйтеүенсә, бөгөн беҙ үҙҙәренең тарихын, әҙәбиәтен, милли тамырҙарын белмәгән бер быуындың үҫеп килеүен танырға мәжбүрбеҙ.
- Уларҙы тарихи милли тамырҙарын онотҡан манҡорттар тип йөрөтәләр. Бөгөн дә тел, тарих, шәжәрәңде белеү - көн ҡаҙағында тора. Беҙҙең бурыс шуларҙы йәш быуынға еткереү, - ти шағир.
Архангел районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ильяс Сафин билдәләүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкслегендә үткәрелгән әҙәби марафон бик ваҡытлы.
- Уны беҙ төбәктә артабан да үткәрәсәкбеҙ. Беҙҙең планда бөтә эре ауылдарҙа ижади осршыуҙар ойоштороу, - тине ул.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: