-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 11:47

Бала 12-се ҡаттан осҡан

Бәләкәй балаларҙың өйҙә ҡарауһыҙ ҡалыуы көтөлмәгән фажиғәғә килтереүе ихтимал. Өфөнөң Энтузиастар урамындағы йорттоң 12-се ҡатынан 5 йәшлек малай ҡолап төшкән. Был хаҡта баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ваҡиға киске сәғәт 11-ҙә теркәлгән. Урынға шунда уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәте килеп етә.
2015 йылғы малай тере, уны дауаханаға оҙаталар. Табиптар уның хәлен ауыр, әммә тотороҡло тип баһалай. Балаға өс операция эшләнгән.
Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса , киске сәғәттәр булыуға ҡарамаҫтан, 5 йәшлек баланың өйҙә яңғыҙы ултырыуы билдәле.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в