+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 09:40

Бөгөн Президент прививка эшләтә

Кисә Президент Владимир Путин халыҡты вакциналау мәсьәләһенә ҡағылышлы кәңәшмә үткәрҙе.

Кисә Президент Владимир Путин халыҡты вакциналау мәсьәләһенә ҡағылышлы кәңәшмә үткәрҙе.
Мөһим был һорауҙы тикшереү барышында ил етәксеһе, иртәгә, 23 мартта, привика эшләтергә уйлайым, тип белдерҙе. Шулай уҡ вакцинация үтеү – һәр кемдең шәхсән ҡарары, ирекле һайлауы, тине ул.
Президенттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков, Кремль Владимир Путин прививка эшләткән мәлдең видеояҙмаһын күрһәтергә планлаштырмай, тип белдергән. Шулай уҡ ниндәй препарат ҡулланыласағын да аныҡламаған. Илдә етештерелгән өс вакциналарҙың береһе буласаҡ, тигән ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөнгө көндә Рәсәйҙә "Спутник V", "ЭпиВакКорона" и "КовиВак" препараттары һынау үткән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: