0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2021, 12:20

“Аҡ барс” көйәрмәндәре 100 мең һум штраф түләйәсәк

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Аҡ барс” клубы көйәрмәндәренең ҡылығы өсөн КХЛ етәкселегенә мөрәжәғәт итте. “Салауат Юлаев”- “Аҡ барс” матчы ваҡытында көйәрмәндәр Башҡортостан гимнын башҡарыу процессын тупаҫ рәүештә боҙоп әҙәпһеҙлек күрһәтә.

Был инцидентҡа ҡарата “Салауат Юлаев” хоккей командаһы ла лигаға рәсми хат әҙерләй.
Билдәле булыуынса “Аҡ барс”тың көйәрмәндәре үҙ кеҫәһенән 100 мең һумлыҡ штраф түләйәсәк.
КХЛ-дың Ҡаҙан командаһы Гагарин Кубогы плей-оффның өсөнсө матчы алдынан техник регламентты боҙған әҙәпһеҙлеге өсөн шулай яза аласаҡ.
Бынан тыш, бер майҙанда Ҡаҙан һәм Өфө көйәрмәндәре иптәштәрсә осрашыу үткәрергә тейеш булған. Матч булмай, сөнки Өфө көйәрмәндәре унан баш тартҡан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: