+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 21:45

Һуғыш осоро балалары хаҡында закон проекты тәҡдим ителде

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары республика парламенты ҡарауына “Башҡортостан Республикаһында һуғыш осоро балалары тураһында”ғы закон проектын индерҙе.

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары республика парламенты ҡарауына “Башҡортостан Республикаһында һуғыш осоро балалары тураһында”ғы закон проектын индерҙе. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы балаларға айырым статус һәм ярҙам саралары булдырыуҙы күҙҙә тота.
– Был – тарихи ғәҙеллек күҙлегенән бик мөһим аҙым, – тип аңлатып китте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Бөгөн дәүләт иғтибары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл эшсәндәрен социаль яҡлауға йүнәлтелгән. Ләкин һуғыш осорондағы, унан һуңғы замандағы ауырлыҡтар балалар иңенә лә төшә. Уларға бик иртә өлкәнәйергә тура килә. Күптәре етем ҡала. Балалар, ололар менән бер рәттән, госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарай, заводтарҙа, ауыл хужалығында эшләй, һуғыштан һуң илебеҙҙе күтәрә. Һуғыш осоро балаларына айырым хоҡуҡи статус биреп, социаль ярҙам күрһәтеү – уларҙың илебеҙ үҫешенә индергән өлөшөн таныу ул. Башҡортостанда улар 189 меңдән ашыу иҫәпләнә.
Закон проекты авторҙарының береһе депутат Римма Үтәшева, был документты ҡабул итеүҙе оҙаҡҡа һуҙырға түгел, тип билдәләй.
– Сөнки һуғыш осоро балалары – өлкән йәштәге кешеләр, улар өсөн һәр көн ҡәҙерле, – ти ул. – Һуғыш осоро балалары тип 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һәм республика территорияһында даими йәшәүсе граждандарҙы иҫәпләргә тәҡдим итәбеҙ. Улар өсөн бер тапҡыр бирелеүсе түләү булдырырға, дәүләт гарантиялары программаһы буйынса медицина хеҙмәттәренән сираттан тыш файҙаланыу һәм стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына сираттан тыш путевка алыу хоҡуғы бирергә тәҡдим итәбеҙ.
Закон проекты авторҙары, был документ ҡабул ителгән осраҡта, уны тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы республика бюджетынан финансларға тәҡдим итә. Һуғыш осоро балалары өсөн бер тапҡыр бирелеүсе түләү республика Башлығы Указы менән билдәләнәсәк, тип күҙ уңында тотола.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: