+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 12:55

Стәрлетамаҡ йәштәре тупланды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Йәштәрҙең мөмкинлеге” беренсе ҡала йәштәр форумы бара. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Йәштәрҙең мөмкинлеге” беренсе ҡала йәштәр форумы бара.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Форумда ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы Гүзәл Ситдиҡова тәбрикләне. Бындай саралар ҡаланың йәштәр ойошмалары менән танышыуға, тәжрибә туплауға булышлыҡ итә, тип билдәләне ул.
“Йәштәрҙең мөмкинлеге” беренсе ҡала йәштәр форумы барышында ҡатнашыусылар лекциялар тыңлай, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үтә.
Сара Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында бара.
Форум “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” проекты сиктәрендә ойошторолған.
Фото – Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: