-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 20:37

Сигенһә лә, бирешергә теләмәй

Коронавирус, сигенһә лә, һаман бирешергә теләмәй. 22 мартҡа ҡарата республикала мәкерле вирусты йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 31 377-гә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә 112 ауырыу өҫтәлгән.

Коронавирус, сигенһә лә, һаман бирешергә теләмәй. 22 мартҡа ҡарата республикала мәкерле вирусты йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 31 377-гә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә 112 ауырыу өҫтәлгән.
Бөгөнгө көндә республика дауаханаларында 277 сырхау ковид инфекцияһына ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 34-е ауыр хәлдә, етәүһе – яһалма һулыш аппаратында.
Сирҙе сағыштырмаса еңел кисереүсе 4 812 кеше, участка табибы ҡушҡандарҙы үтәп, өйөндә дауалана.
Тәүлек эсендә, афәтле сирҙән ҡотолоп, дауахананан сығыусылар – 121. Республикала сирҙе йәмғеһе 25 952 кеше еңеүгә өлгәшкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид ҡорбандары тағы ла өсәүгә артҡан, улар хәҙер 336 иҫәпләнә.
Дауахананан тыш пневмония тураһында һүҙ алып барһаҡ, үткән тәүлектә был диагноз 69 яҡташыбыҙға ҡуйылған, 55 кеше, унан сәләмәтләнеп, стационарҙан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: