0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 09:20

Губернатор ҡулға алынған

Киң мәғлүмәт саралары Пенза өлкәһе губернаторы Иван Белозерцевтың ҡулға алыныуы тураһында хәбәр итә.

Киң мәғлүмәт саралары Пенза өлкәһе губернаторы Иван Белозерцевтың ҡулға алыныуы тураһында хәбәр итә.
Ул вазифа вәкәләтлегенән уҫал файҙаланыуҙа, йәғни ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Уның менән бергә «Биотэк» фармацевтик компанияһы етәксеһе Бориса Шпигель һаҡ аҫтына алынған. Тәфтишселәр фекеренсә, 2020 йылда ул губернаторға 31 млн. һум ришүәт биргән.
«Биотэк» - ковид пандемияһына ҡаршы дарыу етештергән Рәсәйҙең иң ҙур компанияларының береһе. Атап әйткәндә, «Авифавир» и «Арепливир» - унда сыҡҡан препараттар.
Тентеү ваҡытында Белозерцевтың 400 млн. һумдан ашыу аҡсаһы табылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: