-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 12:30

"Һағыштарым тулы ғазаптарым"

Бөтә кешенең дә, хатта 70 йәшлектәрҙең дә, ҡабаттан ғаилә бәхетенә хоҡуғы бар. Тик бына ҡартлыҡ көнөңдә нисек бәхетле булыу - был да һайлау хоҡуғы. Балалар, ейәндәр янында йылылыҡ табып, шуның менән риза булырғамы, әллә оло йәштә лә үҙ яртыңды, мөхәббәтеңде осратыуҙан өмөтөңдө өҙмәҫкәме? Ошо көндәрҙә баш ҡала тамашасыһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрының “Һағыштарым тулы ғазаптарым” мөхәббәт драмаһын ҡараны. Ваҡиға уртаһында - күптән түгел тол ҡалған 76 йәшлек Эльзаның яҙмышы.

Бөтә кешенең дә, хатта 70 йәшлектәрҙең дә, ҡабаттан ғаилә бәхетенә хоҡуғы бар. Тик бына ҡартлыҡ көнөңдә нисек бәхетле булыу - был да һайлау хоҡуғы. Балалар, ейәндәр янында йылылыҡ табып, шуның менән риза булырғамы, әллә оло йәштә лә үҙ яртыңды, мөхәббәтеңде осратыуҙан өмөтөңдө өҙмәҫкәме?
Ошо көндәрҙә баш ҡала тамашасыһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрының “Һағыштарым тулы ғазаптарым” мөхәббәт драмаһын ҡараны. Ваҡиға уртаһында - күптән түгел тол ҡалған 76 йәшлек Эльзаның яҙмышы.
Эльза(Әлфирә Йосопова) сығышы менән - немец ҡатыны, Советтар Союзында һуғыштан алда тыуған ҡыҙ бала. Билдәле сәбәптәр арҡаһында ғүмере буйы “фашист” тигән йәберләүҙәр ишетә, ата-әсәһен юғалтып, балалар йортонда үҫә. Унда ла тормошо татлы булмай.
Осраҡлы ғына кешегә тормошҡа сыға. Ире уны гел туҡмай, йәберләй. Шул ирҙән булған бер генә ҡыҙы - Диләне тәрбиәләп үҫтерә. Ейәнсәре, бүләсәре лә бар. Билдәле, бала ҡарау хәстәре лә өләсәй булған Эльза иңенә ята.
Ире үлеп китеүгә бер аҙна үткәс, Эльза көтмәгәндә үҙенең ауылында бер сит кешене осрата. Вәсил Марат улы (Риф Сәйфуллин) үҙенең еңел һөйәкле, ҡыҙыҡ әңгәмәсе, ҡасандыр география уҡытыусыһы булып эшләүе һәм бик киң ҡарашлы кеше булыуы менән арбай Эльзаны. Ошо ауылға килеп өй һатып алған оло ир һәм ҡатын араһында йылы мөнәсәббәт урынлаша. Йәберләү-битәрләүҙән башҡа бер ни күрмәгән ҡатын, үҙен хөрмәт иткән ир янында, булмышын яңынан аса. Баҡ тиһәң, ул да бик шаталаҡ, нәзәкәтле, хәстәргә һәм һөйөүгә мохтаж гүзәл зат икән. Тәбиғәттән сибәр булыуын да, ауылдағы башҡа ҡатындарҙан бер башҡа айырылып тороуон да ошо ир янында аңлай ул. Элек белһә лә, уны танырға теләмәй, ағым артынан йөрөй.
Ике оло кеше араһында саф мөхәббәт уты тоҡана. “Кейәү егете” буласаҡ кәләшенә туй күлмәге алып бирә. Сөнки Эльза беренсе никахта ла аҡ күлмәктәр кейеп кейәүгә сығыу бәхетенән мәхрүм була. Улар бергәләп пландар ҡора, йорттарын һатып сәйәхәт итергә хыяллана. Ысынлап та, күпме генә ҡалған ғүмер. Ҡалғанын ҡыҙыҡлы һәм сағыу итеп үткәреү өсөн ниндәй кәртәләр бар һуң?
Бар икән шул. Ик яҡтан да балалар ҡаршы сыға был бәхетле, яңы тормошҡа. Эльзаның ҡыҙы, әсәһен аҡылһыҙлыҡта ғәйепләй, дауаханаға ябып ҡуйыу менән янай. Ә Вәсил Марат улының баҙнатһыҙ улы яһил ҡатынының һүҙенән үтә алмай. Килен, Вәсил Марат улының ҡалалағы фатирын һатыуға ҡаршы сыға, Эльзаны ҡомһоҙлоҡта, мәкерҙә ғәйепләй.
Һөҙөмтәлә, Вәсил Марат улы ауыр инфаркт кисерә һәм яҡты донъя менән хушлаша. Ҡатын-ҡыҙ бәхетен һуңлап тапҡан Эльза ла быны кисерә алмай. Спектакль ике оло кешенең яҙмыштарын бәйләй алмай үлеп китеүҙәре менән хайран итә тамашасыларҙы.
Көндөң актуаллеген билдәләгән тамашаның режиссеры - Олег Ханов. Был Ярослава Пулиновичтың әҫәре нигеҙендә эшләнгән. Спектакль Сибай театрында эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова өсөн иң сағыу ролдәрҙең береһе булып сыҡты.
- Был роль - актерлыҡ карьерамдың оло бер ваҡиғаһы. Ошондай ролдәр хаҡында ғүмерем буйы хыялландым, әммә ундай форсат миңә лә һуңлап килде. Ләкин шатмын. Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановҡа бик рәхмәтлемен. Эльза кеүек ҡатындарҙың аяныслы, үкенесле яҙмышын аса алдым шикелле, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты актриса.
Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Кесе ватан мәҙәниәте” проектына ингән республика театрҙарының декадаһы әле дауам итә. Унда Туймазы , Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай дәүләт драма театрҙарының тамашаларын ҡарарға мөмкин. Спектаклдәр Өфөнөң төрлө сәнғәт ҡорамдарында бара.
Театрҙар декадаһы 25 мартта тамамлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: