+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 15:59

Юғары исемдәре менән ҡотлайбыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм сәнғәт һәм мәҙәниәт белгестәренә юғары наградалар тапшырҙы. Улар араһында исемдәре билдәле йырсылар, һүҙ оҫталары, музыканттар бар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм сәнғәт һәм мәҙәниәт белгестәренә юғары наградалар тапшырҙы. Улар араһында исемдәре билдәле йырсылар, һүҙ оҫталары, музыканттар бар.
“Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән юғары исем яратҡан йырсыбыҙ Алһыу Бәхтиеваға тапшырылды. Шулай уҡ Рөстәм Ғиззәтуллин, Әнүәр Нурғәлиев та халыҡ тарафынан танылып юғары дәүләт наградаларын алған йырсылар рәтенә баҫты.
“Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән исемдәр алыусылар араһында Эльмира Юлдашева, Рәил Өмөтбаев, Заһир Зәйнетдинов кеүек билдәле исемдәр бар.
Бүләкләнеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, алдағы көндәрендә ижади уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: