+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 09:33

Яңы “Боҙ-аренала” иптәштәрсә осрашыу

Ишембай ҡалаһында “Боҙ- арена” һарайы төҙөлөп сафҡа индерелде. Төбәк халҡын Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Ишембай ҡалаһында “Боҙ- арена” һарайы төҙөлөп сафҡа индерелде. Төбәк халҡын Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Ишембай ҡалаһы һәм районы халҡы, үҫмерҙәргә хоккей, фигуралы шыуыу һәм көс күнекмәләре менән шөғөлләнеү өсөн киң мөмкинлектәр асылды.
Радий Фәрит улы масштаблы объект хаҡында үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
  • Ишембай үҫешә. Һеҙҙең яҡташығыҙ булараҡ быға мин дә ҡыуанам. “Алға” айырым иҡтисади зона әүҙем бара, ҡала ла күҙгә күренеп матурая. Әле беҙ ишембайҙар өсөн күптән көтөлгән объектты тамамлап сафҡа индерҙек. Хәҙер балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡайҙалыр йөрөү кәрәкмәй. Артабан да был төбәктә спорттың үҫеше өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Киләһе йылда Ишембай районы ауылдарының береһендә көрәш һарайының төҙөлөшөн башлайбыҙ.
  • Был объекттың хаҡы 300 миллион һумдан ашыу. Аренаның дөйөм майҙаны- 4,1 квадрат метр. Боҙ аренаһынан тыш, бинала фигуралы шыуыу залы, спорт әҙерлеге өсөн залдар ҡоролған, сисенеү, техник, административ бүлмәләр бар. Хоккей матчтарын 500 тамашасы ҡарай аласаҡ.
    Радий Хәбиров “Боҙ-арена” етәкселегенә спорт ҡорамалдары алыу өсөн инвентарға бер миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, Ишембай спорт мәктәбе Салауат Юлаев хоккей клубының филиалы буласаҡ.
    -Был иһә спортсыларҙы әҙерләү сифатын арттырыу һәм һайлап алыу мөмкинлеген күпкә яҡшыртасаҡ. Ишембай ере беҙгә яҡшы хоккей командаһын әҙерләйәсәк әле. Шуларҙың береһе, хәҙер Салауат Юлаев составында булған Родион Әмировты билдәлән инем.
    Башҡортостан Башлығы боҙҙа үҙенең командаһы менән дә уйнап ҡараны. Унда Республика хөкүмәте һәм Ишембай районы хакимиәте араһында иптәштәрсә матч үтте. Еңеүҙе хөкүмәт ағзалары яуланы.
    Республикала әле 14 ябыҡ боҙ арена һарайы бар. Был иһә Башҡортостан халҡы иғтияжына тура килмәй. Спорт объекттарының һанын күбәйтеү зарур. Радий Фәрит улының әйтеүенсә, боҙ һарайы Октябрский ҡалаһында, проект Баймаҡта ҡаралған, ә төньяҡ- көнсығышта- Мәсәғүттә буласаҡ.
    Автор:Гөлнур Ишбулатова
    Читайте нас: