+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 20:10

Республика театрҙары өсөн тауыш бирәйек

Волга буйы федераль округы төбәктәренең балалар һәм йәштәр театрҙары өсөн фестиваль уҙғарыла. Быйыл ул 14 регионда барҙы. Башҡортостандан конкурста еңгән ике театр округ финалына үтте. Улар Салауаттың “Арлекин” өлгөлө балалар театр-студияһы һәм Бәләбәйҙән “Браво” театр студияһының тамашалары.

Фестивалдең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, сөнки йәштәр театрҙары яҡлау таба, танылыу һәм үҙҙәренең ижади һәләттәрен үҫтереүгә киң мөмкинлектәр ала.
Конкурста еңгән балалар һәм йәштәр коллективтары яңы тамашалар өсөн грант аласаҡ. Ә “Иң яҡшы режиссер”, “Иң яҡшы актер”, “Иң яҡшы актриса” номинацияларында еңеүселәрҙе Мәскәүҙең иң яҡшы театрҙарына экскурсиялар һәм тамашалар ҡарау мөмкинлеге көтә.
Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, ойоштороусылар фестивалде уңышлы итеп онлайн- форматта үткәрҙе.
Быйыл һәр төбәктең кешеләре үҙҙәренең еңеүсе театрҙары өсөн тауыш бирә һәм уны онлайн форматта күҙәтә ала.
Еңеүселәр 27 мартта Мәскәү ваҡыты менән 13 сәғәттә билдәләнәсәк.
Онлайн тауыш биреүгә һылтанма.
«театральноеприволжье.рф» (http://xn--80aagjcbgozdsmdljgyc7qka.xn--p1ai/)
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: