-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 16:36

Подъездар күркәмләнә

Башҡортостанда быйыл Өфөлә, Баймаҡ, Бәләбәй райондарындағы күп фатирлы 112 йорттоң 306 подъезы ремонтланасаҡ.

Башҡортостанда быйыл Өфөлә, Баймаҡ, Бәләбәй райондарындағы күп фатирлы 112 йорттоң 306 подъезы ремонтланасаҡ.
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, был йорттарҙа йәшәүселәр ремонт эштәре исемлеген билдәләгән.
Әлеге ваҡытта 59 йорттоң 162 подъезында эштәр бара. Коляскала йөрөүсе инвалидтар йәшәгән 10 йорт подъезына пандустар ҡуйыласаҡ. Бөтә ремонт эштәрен 1 сентябргә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
Подъездарҙы тәртипкә килтереүгә барлығы 222 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. 2021 йылда программа ҡыҫҡартылған, ләкин киләһе йылда мотлаҡ тулыландырыласаҡ, тип билдәләй властар.
Программа ғәмәлгә ашырылған 2019 һәм 2020 йылдарҙа Башҡортостанда 2069 йортта 6181 подъезд күркәм төҫ алған.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в