-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 15:34

Ковидтан вафат булыусыларҙың иң йәшенә һәм иң өлкәненә нисә йәш?

Коронавирустан донъя ҡуйған яҡташтарыбыҙҙың иң йәше – 23 йәшлек егет, иң өлкәне – 94 йәшлек олатай, тип билдәләй республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Коронавирустан донъя ҡуйған яҡташтарыбыҙҙың иң йәше – 23 йәшлек егет, иң өлкәне – 94 йәшлек олатай, тип билдәләй республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
19 мартҡа ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 31 034 тәшкил итә. Тәүлек эсендә йәнә 117 ауырыуҙа COVID-19 диагнозы раҫланған.
Министрлыҡ шулай уҡ үткән тәүлектә яуыз инфекциянан тағы өс кеше вафат булыуын, унан донъя ҡуйыусылар республикала 328-гә етеүен хәбәр итә.
Коронавирустан стационарҙа дауаланыусылар – 264. Табип тәғәйенләгән дауаны өйөндә алыусылар – 4 945. Шәфҡәтһеҙ сирҙән йәмғеһе 25 497 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 201-е – аҙаҡҡы тәүлектә.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: