Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы 19 мартта һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ҡайһы бер райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе көтөлә.
Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем кәмей.
Урамда реклама ҡоролмаларының ауыуы ихтимал.