Өфөлә театрҙар декадаһы башланды. Баш ҡала халҡына Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ингән театрҙарҙың тамашаларын ҡарау мөмкинлеге бар.
Декадникты Туймазы татар театры башлап ебәрҙе. Коллектив Өфөнөң “Нур” татар дәүләт драма театры бинаһында сығыш яһаны.
Ҡалған көндәрҙә тамашасыларҙы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ, Мостай Кәрим исеменәге Милли йәштәр театрҙары, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма, Сибай концерт- театр берекмәһенең Сулпан балалар театрҙары, Стәрлетамаҡ театр- концерт берекмәһе, Салауат драма театры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус драма театры сығыш яһаясаҡ.
Тамашалар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында, Милли йәштәр һәм Нур татар дәүләт театрында үтә.
Республика театрҙарының Өфөләге спектаклдәре 25 мартта тамамлана.