+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 11:42

Өфөлә агросәнәғәт форумы асыла

Халыҡ-ара махсуслашырылған “Агрокомплекс” күргәҙмәһе сиктәрендә республикала агросәнәғәт форумына әҙерлек бара. Шул уңайҙан республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы директоры Альбина Килдеғолова “Рәсәй” медиаүҙәгендә хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Халыҡ-ара агросәнәғәт форумы 23 мартта “ВДНХ ЭКСПО” экспозициялар залында башлана. Тәүге тапҡыр сара гибрид форматында уҙғарыла.
Йәғни традицион экспозициялар менән берлектә онлайн- платформа ла ойоштороласаҡ. Был иһә урындағы хәл-ваҡиғаларҙы онлайн режимда, әле һәм хәҙер күҙәтергә мөмкинлек биәрәсәк.
Донъяның һәр төрлө илендә йәшәгән күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән онлайн режимда аралашырға, фекер уртаҡлашырға мөмкин.
-Беҙ ноябрҙән ауыл хужалығы эштәренең яңы миҙгеленә әҙерләнәбеҙ. Төбәк конференциялары үткәрәбеҙ, орлоҡ, техниканы әҙерләйбеҙ. Ә мартта иһә тармаҡтың стратегияһын киңерәк масштабта ҡарау мөмкинлеге бар. Был форумға башҡа төбәктәрҙән ҡатнашыусылар теләп килә. Уны 31-се тапҡыр ойошторабыҙ, сөнки агросәнәғәт комплексына арналған республика күргәҙмәһе илдә иң абруйлы сараларҙың береһе тип һанала, -тине Илшат Фәзрәхмәнов
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: