+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 16:05

Башҡортостан маҡсатлы күрһәткестәрҙе ғәмәлләштереү буйынса Волга буйы округында 1-се урында тора

18 мартта видеобәйләнеш форматында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин алып барған инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышында республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Әлфиә Тыуалбаева республикала бизнес алып барыу өсөн процедураларҙы ябайлаштырыу һәм маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәү тураһында ентекле доклад тотто.

Унда билдәләнеүенсә, Башҡортостан был тәңгәлдә Волга буйы федераль округта – беренсе, ә ил буйынса алтынсы урынды биләй. 2019 йылда республика икенсе һәм 17-се позицияла булған.
Башҡортостанда йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡытын 120 көндән 103 көнгә тиклем ҡыҫҡартыуға өлгәшкәндәр. Ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планын әҙерләү өсөн техник тоташтырыу шарттары тураһында мәғлүмәт биш көн эсендә әҙерләп бирелә (элек 7 көн булған).
Ер участкалары ҡала төҙөлөшө планының – 84 процентына һәм төҙөлөшкә рөхсәттең 91 процентына тиклеме хәҙер электрон төрҙә бирелә. Ер участкаһы һәм күсемһеҙ милек объекты адресының үҙгәреүе һәм уны федераль мәғлүмәт-адрес системаһына индереү срогы 8,1-ҙән 7,7 көнгә тиклем ҡыҫҡарған.
Ҡулланыусыларҙы электр энергияһына тоташтырыуҙың уртаса срогы – 39 көн, ә 2020 йылдың маҡсатлы күрһәткесе – 90 көн.
Шул уҡ ваҡытта электрон төрҙә күрһәтелгән ОМСУ һәм РОИВ буйынса хоҡуҡты теркәү 100 процентлы һөҙөмтә бирмәгән. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса ул – 86 процент, кадастр иҫәбе буйынса электрон хеҙмәттәр күрһәтеү 92 процент тәшкил иткән.
Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына сиктәрҙе билдәләү буйынса эш насар ойошторолған, ни бары 3,34 процент ҡына тәшкил иткән.
Александр Сидякин билдәләүенсә, был маҡсатлы моделдәрҙе тормошҡа ашырыу – бизнес-климатты яҡшыртыу мәсьәләһендә иң ауыры.
Ә бына 1 февралдән һәр кем ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге 17 хеҙмәтте электрон төрҙә алыу өсөн Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза тапшыра ала.
Читайте нас: