+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 09:05

8 йәшкә тиклемге балаларға түләү билдәләү өсөн ғаризалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән белдереүҙәренсә, һигеҙ йәшкәсә балаға аҡса алмаған ғаиләләрҙән ғариза 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән белдереүҙәренсә, һигеҙ йәшкәсә балаға аҡса алмаған ғаиләләрҙән ғариза 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Ата-әсәләр, уллыҡҡа бала алыусылар йәки опекундар һигеҙ йәшкә тиклемге балалар өсөн биш мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә хоҡуҡлы. Республикала күпселек ғаиләләргә аҡса автоматик рәүештә күсерелгән. 2020 йылдың 1 июленән һуң тыуған балаларҙың ата-әсәләре 31 мартҡа тиклем ғариза бирә ала.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон төрҙә йәки Пенсия фондының клиент хеҙмәтендә шәхсән тапшырырға мөмкин. 2020 йылдың 17 декабренә һигеҙ йәше тулмаған 387 мең балаға аҡса ғаризаһыҙ күсерелгән. Ә 2021 йылдың 16 мартына ата-әсәләр 414 мең бала өсөн аҡса алған.
Читайте нас: