+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 09:35

Ҡырғыҙ алтыны

Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан Президенттары Владимир Путин менән Садыр Жапаров Ҡырғыҙстандағы Джеруй ятҡылығы алтынын сығарыу өсөн төҙөлгән тау комбинаты эшен башлауға фатиха бирҙе.

Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан Президенттары Владимир Путин менән Садыр Жапаров Ҡырғыҙстандағы Джеруй ятҡылығы алтынын сығарыу өсөн төҙөлгән тау комбинаты эшен башлауға фатиха бирҙе.
Владимир Путин сарала видео бәйләнеш аша ҡатнашты.
Алтын ятҡылығы 1968-1969 йылдарҙа асыла. Уны бөгөнгө көндә "Альянс Алтын" яуаплылығы сикләнгән Рәсәй компанияһы үҙләштерә. Һалынған дөйөм инвестиция күләме – 600 миллион доллар. 2021 йылда комбинат өс тонна алтын бирергә тейеш. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, ятҡылыҡта алтындың 88,2 тонна баланс запасы бар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: