+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 18:56

Виртуаль концерт залына рәхим итегеҙ

19 мартта “Н.А. Римский-Корсаков көндәре” Дөйөм Рәсәй фестивале сиктәрендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең музыкаль-әҙәби лекторийы концерты үтә. Лекторий артистары талантлы композиторҙың әкиәт опералары буйынса мауыҡтырғыс музыкаль сәйәхәт әҙерләгән. “Диңгеҙ офицерының музыкаль әкиәттәре”программаһында “Ҡарһылыу”, “Салтан батша тураһында әкиәт”, “Садко” операларынан фрагменттар, “Шәхризада” симфоник сюитаһынан өҙөктәр яңғырай. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

19 мартта “Н.А. Римский-Корсаков көндәре” Дөйөм Рәсәй фестивале сиктәрендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең музыкаль-әҙәби лекторийы концерты үтә.
Лекторий артистары талантлы композиторҙың әкиәт опералары буйынса мауыҡтырғыс музыкаль сәйәхәт әҙерләгән. “Диңгеҙ офицерының музыкаль әкиәттәре”программаһында “Ҡарһылыу”, “Салтан батша тураһында әкиәт”, “Садко” операларынан фрагменттар, “Шәхризада” симфоник сюитаһынан өҙөктәр яңғырай.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2020 йылдың ноябрендә асылған виртуаль концерт залы ил буйлап һәм сит илдәрҙә лә тамашасыларға концертты юғары сифатта онлайн ҡарарға мөмкинлек бирә, тип белдерә театр-концерт берләшмәһенең матбуғат хеҙмәте.
Концертты түләүһеҙ ҡарау өсөн һылтанма Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми төркөмөндә 19 мартта 14.00 сәғәттә баҫыла. Ошо һылтанма буйынса ла ҡарарға була: https://youtu.be/OEY4zrNePEw.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: