+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 19:20

Теүәл бер йыл элек...

2020 йылдың 18 мартында, йәғни теүәл бер йыл элек, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында “Юғары әҙерлек режимы” хаҡында Указ ҡабул итте.

2020 йылдың 18 мартында, йәғни теүәл бер йыл элек, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында “Юғары әҙерлек режимы” хаҡында Указ ҡабул итте. Республикабыҙ йылъяҙмаһында пандемияға ҡаршы фиҙакәр көрәш йылы хаҡында яңы бит барлыҡҡа килде.
Вирус тарала башлағандан алып республикала барлығы 325 яҡташыбыҙ вафат булды, шуларҙың өсәүһе – үткән тәүлектә. Инфекция йоҡтороусылар иһә 31 меңгә яҡынлаша. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә 120 ауырыу өҫтәлгән. Әле коронавирустан стационарҙа дауаланыусылар – 272. 5 024 кеше дауаларҙы өйөндә ала.
Мәкерле сирҙән һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 25 296. Һуңғы 24 сәғәттә 145 кеше сәләмәтләнгән.
Рәсәйҙә иһә, дөйөм алғанда, ковид 4, 428 миллиондан ашыу сырхауҙа асыҡланған. Илебеҙҙә пандемия арҡаһында барлығы 93,8 мең кешенең ғүмере өҙөлгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: