Республика капиталь төҙөлөш идаралығына яңы етәксе тәғәйенләнде. Был вазифаны хәҙер Руслан Цагельник биләй.
Республика Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, идаралыҡтың яңы етәксеһе 1986 йылдың 7 ғинуарында Амур өлкәһендә тыуған. 2008 йылда Өфө дәүләт нефть университетын тамамлаған.
2008-2011 йылдарҙа – төҙөлөш-монтаж эштәре участкаһында мастер. 2011-2013 йылдарҙа — төҙөлөш-монтаж участкаһы эштәрен башҡарыусы, «АРГОС»-Прометей» йәмғиәте филиалы. 2016 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем Капиталь төҙөлөш идаралығында эшләгән.