+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 15:16

Кеше ғүмерен аямаған

Өфө урамында көндөҙ кеше сәнсеп үлтереп, һуңынан үҙенә атҡан ир тере ҡалған. Уға бөгөн Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында операция яһағандар.

Өфө урамында көндөҙ кеше сәнсеп үлтереп, һуңынан үҙенә атҡан ир тере ҡалған. Уға бөгөн Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында операция яһағандар.
Күп төрлө сығанаҡтарҙан билдәле блуыуынса, 17 мартта, Пушкин урамындағы шәхси секторҙа юрист һәм яуап тотоусы араһында ыҙғыш сыға. Яуап тотоусы ир күп уйлап тормайынса, һунар хәнйәрен сығарып 33 йәшлек иргә сәнсә башлай. Был хәл, шул мәлдә урамда йөрәгән кешеләр алдында була.
Юрист егет алған яраларҙан вафат була. Ә енәйәтсе Зәки Вәлиди урамына барып етеп үҙенә ҡул һалырға маташа. Уны шунда, ҡар өҫтөндә ҡанһыраған килеш табалар. Янында ҡоралы ла була.
Фажиғәле ваҡиғаға килтергән ыҙғыш- енәйәтсенең әсәһе тотҡан компанияның бөлгөнлөккә төшөү проблемаларына бәйле тип күҙаллай белгестәр.
Өфөнөң Киров районы буйынса тәфтиш комитеты 49 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Ул операция үткәрһә лә, үҙ аңында тип хәбәр итә сығанаҡтар.
Ә вафат булыусының бәләкәй балалары менән ғаиләһе ҡалған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: