Башҡортостанда Иглин районы Советының сираттағы ултырышында депутаттар хакимиәт башлығы Николай Самойленконың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Район етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу бурысы муниципалитет башлығының беренсе урынбаҫары Гүзәл Насироваға йөкмәтелде.
Район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Гүзәл Рәйес ҡыҙы был вазифала 9 апрелдә яңы етәксе һайланғансы эшләргә тейеш.
Николай Самойленко Иглин районына 2018 йылдың декабрендә тәғәйенләнгәйне.