2 апрелдә Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Благовар районының Языково ауылы модель китапханаһының балалар бүлеге бәләкәстәрҙе “Яратҡан әкиәттәребеҙ” тип аталған әҙәби сәйәхәткә саҡыра.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уйында биш команда ҡатнаша. Программа барышында ҡатнашыусылар “Көнсығыш”, “Пушкин”, “Диңгеҙ аръяғы”, “Тирмәкәй”, “Мөғжизәләр иле” тип аталған станцияларҙа булып, викторина һорауҙарына яуап бирә. Шунан балаларға китапхана эргәһендәге “Алтын асҡыс” ҡурсаҡ театры сәхнәләштергән “Төлкө менән бүре” рус халыҡ әкиәтен күрһәтеү планлаштырыла.
Языково Үҙәк модель китапханаһы, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә реконструкцияланып, 2020 йылдың авгусында ишектәрен асҡайны. “Бында, яңы быуын китапханаһында, һәр бала тыныс ҡына өйгә эшен башҡарһын, яратҡан шөғөлө менән булышһын, китап уҡыһын өсөн бар шарттар булдырылған. Даими китап уҡыу һәр баланың шәхесен, уның интеллектуаль, аҡыл һәм коммуникатив һәләттәрен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә”, – тип билдәләй китапханасылар.